10 декабрь, Шәмбе

01 апрель 2016 йыл, 16:08

Акциздарҙың күтәрелеүе һөҙөмтәһендә бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙың ете процентҡа артыуы ихтимал

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 1 апрелдән илдә бензинға һәм дизель яғыулығына акциздар күтәрелде. 29 февралдәге тейешле документҡа Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған. Һөҙөмтәлә автомобиль яғыулығына хаҡ 6,5 — 8 процентҡа артыуы ихтимал. Был инфляцияның күҙалланған кимәленә тап килә. Һалымды арттырыу хаҡтарҙың нигеҙһеҙ күтәрелеүенә килтермәйәсәк, тип иҫәпләй эксперттар.

Ставкаларҙы күтәреүҙең маҡсаты — бюджетҡа керемдәрҙе арттырыу. Яҡынса баһалауҙар буйынса, акциздарҙы арттырыу һөҙөмтәһендә дәүләт ҡаҙнаһының килеме 89 миллиард һумдан ашыу тәшкил итеүе мөмкин.

Бензинға һалым — ике, дизель яғыулығына бер һумға күтәрелгән. 1 ғинуарҙан бензин ставкаһы — ике, дизель яғыулығы дүрт һумға артҡайны.

темалар: һалымдар