8 декабрь, Кесе йома

01 апрель 2016 йыл, 15:27

Баш ҡалала Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 1 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Мәҙәниәт, төҙөлөш, ауыл һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, физик культура, һаулыҡ һаҡлау, фән, министрлыҡ һәм ведомство, электр селтәре, урман, транспорт һәм юл тармаҡтарында эшләгән 60 хеҙмәткәр һөнәри оҫталығы, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

«Бүләккә һеҙ һөнәри оҫталығығыҙ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн лайыҡ булдығыҙ. Һеҙ төрлө өлкәләрҙә, иҡтисад тармаҡтарында эшләйһегеҙ, әммә барығыҙҙы ла эшкә яуаплы ҡарау, илһөйәрлек тойғоһо берләштерә. Көндәлек хеҙмәтегеҙ менән иҡтисад, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт, социаль өлкәләрҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерәһегеҙ», — тип билдәләне Сергей Молчанов.

Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең уҡытыусы-психологы Наталья Корнилова 20 йылдан ашыу һайлаған һөнәре буйынса эшләй һәм үҙ эшен бик ярата. Бөгөн ул Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

«Был награда — беҙҙең коллективтың һәм республика социаль-психологик ярҙам хеҙмәтенең күп йыллыҡ эшмәкәрлегенә баһа. Бөгөн кешеләргә, айырыуса үҫеп килеүсе быуынға ярҙам күрһәтеү бик мөһим. Беҙ ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, — тине Наталья Корнилова. — Эш — минең тормошом. Дәүләттән ярҙам алып, тәжрибәле коллегалар араһында эшләү хаҡында хыялланырға ғына мөмкин».