Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә башҡорт-герман документаль фильмының премьераһы була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто «Мы и есть диалог» тип аталған документаль проект тәҡдим итә. Башҡорт-герман документаль фильмының премьераһы 7 апрелдә көндөҙгө сәғәт 4-тә «Родина» кинотеатрында була.

Фильмда Рәсәй-Германия осрашыуҙарының тарихы, ике ил халыҡтары араһындағы диалог күрһәтелә. Улар Баден-Вюртемберг һәм Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр араһында ижтимағи-гражданлыҡ хеҙмәттәшлектең тарихы булып тора. «Штутгартта табылған немец офицерының хәрби көндәлеге (ул уны 1914-1915 йылдарҙа Көнсығыш фронтында алып барған), 1914 йылда Штуртгартта тотҡонда булған Башҡортостан һалдатының яҙмалары ошо тарихты төшөрөүгә этәргес бирҙе», — тине фильм авторҙары.

Проекттың идея авторы — Штутгарт ҡалаһының Музыка һәм театр оҫталығы институты профессоры Герди Собек-Бойттер, ҡуйыусы режиссеры — Дитер Циммерманн, Башҡортостанда проекттың етәксеһе — Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы Венера Фәрғәнова.

Фильм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Баден-Вюртемберг еренең Фән, тикшеренеүҙәр һәм сәнғәт министрлығы, Штутгарт ҡалаһының Вюртемберг нәшриәте, Баден-Вюртемберг еренең «Өфөгә күпер» дуҫлыҡ ойошмаһы ярҙамында төшөрөлгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть