5 декабрь, Дүшәмбе

01 апрель 2016 йыл, 13:50

Пенсия фондының төбәк бүлексәһе Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы тип танылды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2015 йылда Рәсәй Пенсия фонды конкурсында Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы тип танылды.

Мәскәүҙә фонд идараһы ултырышында конкурсҡа йомғаҡ яһалды. «Пенсия фондының Волга буйы федераль округындағы иң яҡшы бүлексәһе» дипломы Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеровҡа тапшырылды. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: бүлексә коллективы фондтың төбәк бүлексәләре араһында йыл һайын уҙғарылған конкурста бер нисә тапҡыр еңеүсе исемен яулаған.

Йыл һайын Рәсәй Пенсия фондының конкурс комиссияһы иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән бүлексәләрҙе билдәләй. Территориаль органдарҙың эше байтаҡ күрһәткестәр буйынса баһалана.

Төп критерийҙар араһында — халыҡ менән эштең һөҙөмтәлелеге, пенсияны үҙ ваҡытында тәғәйенләү, түләү, ғаризаларҙы ҡабул итеү һәм эшкәртеү буйынса эштең тиҙ башҡарылыуы, мәғлүмәт эшкәртеүҙең электрон технологияларын файҙаланыу, мотлаҡ пенсия страховкалауына страховка иғәнәһе йыйыу, шулай уҡ страховка иғәнәһе буйынса бурысты кәметеү.

темалар: пенсия фонды