6 декабрь, Шишәмбе

01 апрель 2016 йыл, 11:43

Көлкө көнө алдынан Мәскәүҙә юморист Марсель Сәлимовтың китабының исем туйы уҙҙы

фото: Раиса Глазкова, Александр Воробьев

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Көлкө көнө алдынан Мәскәүҙә яҙыусы-сатирик, Сергей Михалков (Рәсәй), «Алеко» (Болгария) һәм Николай Гоголь (Украина) исемендәге халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты Марсель Сәлимовтың «Парламент серияһы»нда донъя күргән «Президент бесәйе» исемле китабының исем туйы үтте. Сараға юмористың ижадын һөйөүселәр: билдәле яҙыусылар һәм журналистар, ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре килде.

Автор үҙенә хас булған ғәҙәт буйынса китап өҫтөндә эшләүе һәм уның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Йыйынтыҡтың «Президент бесәйе» тип аталыуы осраҡлы түгел һәм «депутаттарға, чиновниктарға һәм башҡа начальниктарға тәғәйенләнгән».

Сарала сығыш яһаған Рәсәй Журналистар союзы секретары Роман Серебряный, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы  Тельман Әминев, яҙыусылар Александр Хорт, Родион Рәхимов һәм башҡалар баҫманың үҙенсәлекле булыуын һәм сатириктың оҫталығын билдәләне.

Китаптың рәссамы Адольф Скотаренко Марсель Сәлимовҡа дуҫтарса шарж бүләк итте. Танылған Мәскәү журналисы Наум Аранович «Крокодил» совет сатирик журналының тарихи һанын Марсель Сәлимовтың автографы менән тулыландырҙы. 30 йыл буйы «Һәнәк» журналының баш мөхәррире булып эшләгән яҙыусы «Крокодил»дың штаттан тыш хәбәрсеһе булды.

Исем туйында автор Мәскәүҙәге дуҫтарына һәм яҡташтарына үҙенең яңы китабын бүләк итте, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, ижади осрашыу аҙағында иһә автограф таратты.

Апрель һуңында Мәскәүҙәге «Библио-Глобус» сауҙа йортонда танылған юмористың китабының исем туйы уҙғарыла.