Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Яҙғы саҡырылышта Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрен республикабыҙҙан биш меңдән ашыу кеше тулыландырасаҡ

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

1 апрелдә Рәсәйҙә 1989-1998 йылда тыуған егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды. Яҙғы саҡырылыш «Оборона тураһында» һәм «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы федераль закондарға ярашлы иғлан ителде.

Үҙәк хәрби округы штабы ҡушыуы буйынса быйыл яҙ Башҡортостандан 5300-ҙән ашыу кеше Ҡораллы Көстәр сафына алына.

18-27 йәшлек егеттәргә саҡырыу ҡағыҙын алып, йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариат бүлектәренә килергә һәм саҡырылышҡа бәйле бөтә сараларҙы үтергә кәрәк.

Башҡортостанда саҡырылыш буйынса «ҡыҙыу линия» телефондары эшләй. Хәрби комиссариатта — (347) 228-02-92 (консультация-хоҡуҡ пункты — көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем), (347) 276-65-76 (юридик бүлек), (347) 253-13-48 (хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге).

Өфө гарнизонындағы хәрби прокуратурала —  (347) 250-05-10 (Өфө гарнизоны прокуроры). Ашығыс психологик ярҙам — 8-800-7000-183.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть