5 декабрь, Дүшәмбе

31 март 2016 йыл, 17:34

«Өфө» шаяндар һәм отҡорҙар командаһы йәнә Беренсе каналда

фото: Айгүзәл Аҙнабаева

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Эльмира Сабирова/. «Өфө» шаяндар һәм отҡорҙар командаһына Премьер-лигала уйнау мөмкинлеге бирелде. Юғары лиганан төшөп ҡалған һигеҙ команданың икәүһе генә Беренсе каналда уйынды дауам итә. «Өфө» менән бергә Премьер-лиганың сирек финалына Түбәнге Тагилдан «Урал» командаһы саҡырылған.

«Йырланмаған әле беҙҙең йыр. Беҙ алышҡа әҙер!», — уйынсыларҙың ошо һүҙҙәрен килтерә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Ун йыл эсендә тәүге тапҡыр шундай ҡарар ҡабул ителде. Үҙ ваҡытында Томскиҙан «Максимум» командаһы шулай уҡ кире ҡайтҡайны, дүрт йылдан һуң ул илдең төп лигаһы чемпионы булды.

Әле баш ҡала командаһы 14 майға тәғәйенләнгән уйынға әҙерләнә.

Сочи фестивале йомғаҡтары буйынса, «Өфө» командаһы — Юғары лигала сығыш яһаған иң яҡшы 20 команданың береһе. Мартта Өфө йыйылма командаһының Юғары лигала тәүге уйыны уҙҙы.

темалар: квн, йәштәр