10 декабрь, Шәмбе

31 март 2016 йыл, 17:02

Баш ҡалала кейем-һалымды яңыртыу һиҙелерлек ҡиммәтләнгән — эксперт

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә, былтырғы менән сағыштырғанда, яҙғы кейем-һалымды тулыһынса яңыртыу уртаса биш-һигеҙ меңгә ҡиммәтләнгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына имидж-стилист Руфина Ғәлинурова һөйләне. Долларҙың курсы күтәрелеүе арҡаһында күн изделиеларға һәм өҫ кейеменә хаҡ артҡан.

«Хәҙер яҡшы аяҡ кейеме һатып алыу өсөн һигеҙ меңгә яҡын аҡсаңды сығарып һалырға кәрәк. Салбар йәки юбка 2,5 меңгә төшәсәк. Свитшот, блузка йәки свитер ике мең самаһы тора. Пальто йәки куртканы 10 мең һумға һатып алырға була. Былтыр яҙ, хаҡтар арта башлағас, аяҡ кейемен — биш, пальтоны биш-ете мең һумға алырға, ҡалған әйберҙәрҙә, бөгөнгө хаҡтар менән сағыштырғанда, яҡынса 300-400 һумға экономияларға мөмкин ине. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: һүҙ уртаса хаҡтар ҡуйылған магазиндар хаҡында бара», — тине Руфина Ғәлинурова.

Уның һүҙҙәренсә, долларҙың курсы ике тапҡырға күтәрелгәс, кейем-һалым магазиндарында хаҡ артты.

«Һатып алыу һәләте шунда уҡ кәмене. Ҡайһы бер әйберҙәргә хаҡтар элеккесә ҡалған. Был иһә кешеләрҙе йәлеп итеү өсөн генә. Актуаль әйберҙәргә хаҡтар күпкә юғары», — тине имидж-стилист.