10 декабрь, Шәмбе

31 март 2016 йыл, 16:16

Башҡорт һәм япон ғалимдары Токиола Риза Фәхретдиновтың «Автобиография»һын баҫтырып сығарҙы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре Марсиль Фархшатов һәм Рәмил Булгаков Киот университетының халыҡ-ара тел һәм донъяны тикшереү институтының ғилми хеҙмәткәре (Япония) Масуми Исогай Токиола Рәсәй Көнсығышының билдәле дини һәм йәмәғәт эшмәкәре Ризаитдин Фәхретдинов «Автобиография»һының факсимиль баҫмаһын сығарҙы.

Баҫма Токио университетының Ислам төбәк тикшеренеүҙәре үҙәгенән билдәле япон профессоры Хисао Комацу ярҙамында Үҙәк Евразия тикшеренеүҙәре серияһында тормошҡа ашырылған.

Ризаитдин Фәхретдиновтың 56 битлек «Автобиография»һы 1905 йылдың йәй һәм көҙ айҙарында Өфөлә яҙылған. Бөгөн ул Ҡазанда Татарстандың Милли архивында һаҡлана. Үҙенсәлекле хеҙмәт XIX быуаттың икенсе яртыһында — ХХ быуат башындағы Урал-Волга буйы төбәге мосолмандарының эске донъяһын асырға мөмкинлек биргән һирәк сығанаҡ булып тора.

Баҫма Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдарының Токио һәм Киот университеттарынан япон коллегалары менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең тәүге уңышлы тәжрибәһе булды.