Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда донъялағы иң бәләкәй вертолет эшләгәндәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Күмертауҙағы шәхси конструкторҙар бюроһында доньялағы иң бәләкәй вертолет эшләгәндәр — Р-30. Әйтеүҙәренсә, вертолет «ГАЗель» йөк машинаһына, мунса йәки гараж ҡыйығына ултыра ала.

Конструкторҙар бюроһы етәксеһе Виктор Хрибков һүҙҙәренсә, сит илдәр яңы вертолет менән ҡыҙыҡһына. Был машинаның иҫ киткес хәрәкәтсәнлеге менән аңлатыла, тип хәбәр итә Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы.

Донъялағы иң бәләкәй вертолет ике кешегә иҫәпләнгән. Әммә тиҙҙән унда өс урын буласаҡ.

Р-30 вертолеты — бәләкәй генә түгел, тауышһыҙ һәм отошло ла. Уны Борис Поднебеснов уйлап тапҡан. Бер сәғәт эсендә ни бары 15 литр 95-се маркалы бензин тотонола.

Бынан тыш, машина һауала үҙен яҡшы тота. Хатта секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫкән ел дә идара итеүгә йоғонто яһамай тиерлек. Сит ил аналогтары бындай күрһәткестәр менән маҡтана алмай.

Хәүефһеҙлек системаһы — Рәсәй вертолет эшләүселәренең берҙән-бер яңылығы түгел. Башҡортостан конструкторҙарына донъялағы иң бәләкәй вертолетты эшләү буйынса проектты тормошҡа ашырырға Ҡытай инвесторҙары ярҙам иткән. Р-30 — тулыһынса илдә етештерелгән вертолет, уның хаҡы — ете миллион һум самаһы.

Был конструкторҙар бюроһында бойомға ашырылған берҙән-бер проект түгел, тип хәбәр итте Виктор Хрибков. Тиҙҙән яңы осоу машиналарының тағы ла бер нисә төрө сығарыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть