6 декабрь, Шишәмбе

31 март 2016 йыл, 14:08

Республика биатлонсылары Рәсәй чемпионатында миҙалдарҙың тулы комплектына эйә булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Ханты-Мансиҙа биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды.

Ир-егеттәр эстафетаһында Ханты-Манси автономиялы округы-Югра командаһы еңеү яуланы. Икенсе урында — Төмән өлкәһе спортсылары.

Башҡортостан биатлонсылары (Алексей Петров, Александр Бабчин, Виталий Кабардин, Антон Бабиков) бронза миҙалға лайыҡ булды.

Бынан алда Антон Бабиков спринтта «алтын» һәм эҙәрлекләү ярышында «көмөш», Александр Бабчин масс-стартта бронза миҙал алды.