2 декабрь, Йома

31 март 2016 йыл, 12:52

«Рөстәм Хәмитовты ҡосаҡлағым килә» — республика Башлығы менән «тура линия»ға килгән мөрәжәғәттәрҙән

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 7 апрелдә үтәсәк Башҡортостан Башлығы менән «тура линия»ға мөрәжәғәттәр ҡабул итеү дауам итә.

Рөстәм Хәмитов «Рәсәй 24-Башҡортостан», Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Бөтә Өфө» телекомпанияһы эфирында халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәк.

Көн һайын 8-800-700-88-25 телефонына 700-гә яҡын шылтыратыуҙар була.

Ҡала телеканалы журналистары компанияның сайтына килгән мөрәжәғәттәр буйынса статистика алып бара. Һорауҙар төрлө, подъезды ремонтлауҙан алып баш ҡаланы төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәргә тиклем. Халыҡты Өфөләге проблемалар ғына борсомай. Мәҫәлән, 12 йәшлек инвалид малай «танышыу һәм ҡосаҡлау өсөн» Рөстәм Хәмитовты ҡунаҡҡа саҡыра. Баш ҡалалағы пенсионерҙарҙың береһе егеттәр әрме хеҙмәтенә әҙерләнә алһын өсөн махсус полигон асырға тәҡдим итә.

Юлдарҙағы хәлгә бәйле һорауҙар ҙа байтаҡ. Иҫерек водителдәр һәм нисек уларға ҡаршы көрәшергә? Ошондай хоҡуҡ боҙоусыларға язаны ҡәтғиләштерергә тигән тәҡдимдәр ҙә бар.

Республикала йәшәүсе һәр кем Башҡортостан Башлығына һорау бирә ала. «Бөтә Өфө» телекомпанияһы үҙенең сайтында, шулай уҡ берҙәм «ҡыҙыу линия» телефоны буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул итә: (347) 294-01-07.