7 декабрь, Шаршамбы

31 март 2016 йыл, 10:30

«Өфө» аэропортында ике рейс алынды һәм бер нисәһе кисектерелде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 31 мартта «Өфө» аэропортында ике рейс алынды һәм бер нисәһе кисектерелде. «Төрөк авиалиниялары» компанияһының һорауы буйынса Истанбул — Өфө — Истанбул маршруты алынды. Әле (урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 9-ға) Ижевскиҙан, Төмәндән, Ырымбурҙан, Когалымдан, Мәскәүҙән (Домодедово) Өфөгә рейстар кисектерелә. Баш ҡаланан Һамарға, Пермгә, Екатеринбургҡа һәм Мәскәүгә (Домодедово) маршруттар тотҡарлана.

Аэропорттың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, һауа шарттары арҡаһында 200-гә яҡын пассажир үҙҙәренең рейсын көтә. Расписание һауа торошона бәйле үҙгәрәсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәт — Өфө аэропорты сайтында.