Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Һылыуҡай-2016» гүзәллек бәйгеһе финалсыларын һайлайҙар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

2 апрелдә Өфөләге Ижад йортонда «Һылыуҡай-2016» республика матурлыҡ конкурсының һайлап алыу туры үтә.

Сарала ҡатнашыусылар ҡыҫҡаса үҙҙәре менән таныштырырға, йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтергә тейеш. Шулай уҡ А4 форматындағы фотоһүрәттәр тупланған портфолио алып килеү мотлаҡ. Ойоштороусыларҙың ҡыҙҙарға төп талаптары: башҡорт телендә иркен аралашыу, туған халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен белеү, тәбиғи матурлыҡ һәм һөйкөмлөлөк, сәхнә мәҙәнилеге. Һылыуҙарҙың буйы 165 сантиметрҙан түбән булырға тейеш түгел.

Ике аҙна дауамында финалға сыҡҡан иң һәләтле 12 ҡыҙ хореография, вокал, актер оҫталығы, дефиле, визаж, костюм һайлау серҙәренә төшөнәсәк.

«Һылыуҡай-2016» конкурсының өсөнсө туры 19 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Ойоштороусылар әйтеүенсә, унда сағыу декорациялар буласаҡ һәм яңы музыкаль композициялар яңғыраясаҡ. Кино йылына бағышланған номер ҙа бар. Ҡыҙҙар йыр-бейеүгә оҫталығын күрһәтәсәк, уй-хыялдары менән бүлешәсәк һәм башҡорт дизайнерҙарының яңы коллекцияһын тәҡдим итәсәк. Финалға бер аҙна ҡалғас, «Туған тел» телеканалында «Һылыуҡай» көндәлеге» эфирға сыға. Бәйге барышын «Бәйләнештә» селтәрендә сараның рәсми төркөмөндә күҙәтеп барырға мөмкин.

Белешмә. «Һылыуҡай» милли гүзәллек бәйгеһе Башҡортостанда 24 йыл рәттән уҙғарыла. Ойоштороусылар — Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Туған тел» телеканалы. Конкурс башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм традицияларҙы, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть