Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан көрәшселәре Ҡазанда үткән Рәсәй беренселегендә лайыҡлы сығыш яһаны

Спорт

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостан спортсылары Ҡазанда үткән көрәш буйынса Рәсәй беренселегендә уңышлы сығыш яһаны. Ярышта 1998-1999 һәм 2000-2001 йылғы егеттәр ҡатнашты.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 15-16 йәш категорияһында Башҡортостан спортсылары 16 команда араһында миҙалдар һаны буйынса рәсми булмаған команда зачетында икенсе урын алды. Көрәшселәребеҙ ике алтын, өс көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы. Беренсе урында — Татарстан командаһы, өсөнсөлә — Ырымбур өлкәһе спортсылары. 17-18 йәш төркөмөндә республиканың йыйылма командаһы бер көмөш һәм биш бронза миҙалға лайыҡ булды.

Башҡортостандың көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса федерацияһы рәйесе Вәкил Ильясов ошо спорт төрөн үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн алтын билдә менән бүләкләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть