7 декабрь, Шаршамбы

30 март 2016 йыл, 14:35

Өфө иң бысраҡ һауалы ҡалалар исемлегенән алынды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфө иң бысраҡ һауалы ҡалалар исемлегенән алынған, тип хәбәр итә Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ағымдағы йылдың февраль айында киң мәғлүмәт сараларында Рәсәй гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса төҙөлгән рейтинг баҫылып сыҡты. Тәүге урындарҙа — Чита, Улан-Удэ һәм Магнитогорск. Өфө иһә алтынсы урынды биләне. Баш ҡалала этилбензол норманан 15 тапҡырға артып киткән. Шуның менән бергә максималь күрһәткес бер тапҡыр ғына теркәлгән.

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һөҙөмтә менән риза булмайынса Рәсәй гидрометеорология үҙәгенә мөрәжәғәт итте. Һөҙөмтәлә Росгидромет Росстатҡа Башҡортостандың баш ҡалаһын ошо исемлектән алырға ҡушты.

темалар: экология