Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Ял көндәрендә синоптиктар ямғыр ҡатыш ҡар вәғәҙәләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Аҙна аҙағында һәм ял көндәрендә Башҡортостанда ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Был хаҡта республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итә.

Алдағы көндәрҙә атмосфера баҫымы күтәреләсәк, айырым райондарҙа бер аҙ ямғыр яуасаҡ, урыны менән томан төшәсәк. Һауа температураһы әллә ни үҙгәрмәйәсәк.

30 мартта көндөҙ һауа температураһы +1, +6 тәшкил итәсәк, төндә -5 градусҡаса төшәсәк. 31 мартта көндөҙ +2, +7, төндә -2, -7 градус.

Синоптиктар фаразлауынса, апрелдең тәүге көнөндә көндөң болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы, еңелсә боҙлауыҡ көтөлә. Көндөҙ термометр бағанаһы +1, +6 күрһәтәсәк, төндә -6 градусҡа тиклем һалҡын.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть