Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә Чернобыль АЭС-ында радиациянан зыян күреүселәр өсөн ҡыҙыу линия эшләйәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

1 апрелдә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгә 1-гә тиклем Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы радиациянан зыян күргән граждандарға социаль ярҙам күрһәтеүгә бәйле һорауҙар буйынса ҡыҙыу линия ойоштора.

Министрлыҡ һәм Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәренә (347) 218-07-38  һәм (347) 282-46-81 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Ҡыҙыу линия иҫтәлекле дата алдынан ойошторола: 26 апрелдә Чернобыль АЭС-ында булған аварияға 30 йыл тула. Республикала йәшәүселәр техноген һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҙур өлөш индерҙе. Төбәк Хөкүмәте атом энергетикаһы тарихындағы иң ҙур һәләкәткә арналған сараларҙы үткәреү планын раҫлаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть