8 декабрь, Кесе йома

30 март 2016 йыл, 12:34

Мәскәүҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең хәтер кисәһе уҙҙы

фото: Гүзәл Хөснөтдинова

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүҙәге 185-се китапханала танылған яҙыусы һәм драматург, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең иҫтәлегенә бағышланған «Рус түгелмен, ләкин россиян мин...» исемле шиғриәт һәм йыр кисәһе үтте. Кисәне «Башҡортостан яҡташтары» төбәк ойошмаһы ағзалары булдырған «Сәсән» ижади берләшмәһе ойошторҙо.

Кисәлә ҡатнашыусылар халыҡ шағирының тормош юлы менән танышты, әҫәрҙәре хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. «Сәсән» ижади берләшмәһе етәксеһе, үҙешмәкәр композитор Әлфиә Агеева, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәмсиә Нагаева, «Иҙел» халыҡ-ара конкурс-фестивале лауреаты Рената Бәҙәмшина, Мәскәүҙә үткән «Тыуған яҡ моңдары» фестивале лауреаты Гүзәл Хөснөтдинова башҡарыуында Мостай Кәримдең шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. «Сәсән» ижади берләшмәһе ағзаһы Алһыу Буштың дәртле башҡорт бейеүе, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы Родион Рәхимовтың «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китабы тураһында мауығып һөйләүе кисәгә милли колорит өҫтәне. Мәҙинә Илһамова етәкселегендәге «Илһам» халыҡ театры «Ҡыҙ урлау» пьесаһынан өҙөк күрһәтте. Тамашасылар ҡурайсы Марсель Вәхитов башҡарыуындағы моңло көйҙәрҙе, кисәнең ҡунаҡтары  — ҡаҙаҡтарҙың «Шабыт» думбырасылар ансамбле һәм Мәскәүҙәге «Тыва» мәҙәни үҙәге ҡатнашыусыларының сығыштарын йылы ҡабул итте.

Бөйөк яҡташтарын хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн Өфөнән дә ҡунаҡтар — шағирә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева һәм журнал хеҙмәткәре, шағирә Гөлнара Хәлфетдинова килгәйне. Улар Мостай Кәрим тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште, уның шиғырҙарын уҡыны. Билдәле башҡорт яҙыусыһы һәм тәржемәсе Йәмил Мостафин яҙыусының тормошондағы аҙ билдәле мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Мостай Кәримдең ижадын тикшереүҙә журналист, Яҙыусылар союзы ағзаһы Афият Кучушев, «Татар донъяһы» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Әхәт Мөхәмәтов, Пушкин ҡалаһының татар милли-мәҙәни автономияһы рәйесе урынбаҫары Марс Ғарипов, рәссам һәм шағир Борис Илюхин ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә.