6 декабрь, Шишәмбе

30 март 2016 йыл, 11:40

Өфө аэропортында бер нисә рейс кисектерелде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө аэропортында бер нисә рейс кисектерелде. Һауа торошоноң насар булыуы сәбәпле, 30 мартта Мәскәү (Шереметьево) — Өфө — Мәскәү йүнәлешендәге ике рейс тотҡарланды. Мәскәү (Домодедово, Внуково), Санкт-Петербург, Баҡы, Пермь, Дүшәнбе, Ташкент, Дубай ҡалаларынан Өфөгә унға яҡын осош кисектерелгән. Республиканың баш ҡалаһынан Һамарға, Усинскиға, Талаканға, Мәскәүгә, Санкт-Петербургка, Норильскиға, Ырымбурға, Дүшәнбегә, Ташкентҡа маршруттар тотҡарлана.

Расписаниелағы үҙгәрештәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — Өфө аэропортының сайтында.