7 декабрь, Шаршамбы

30 март 2016 йыл, 10:33

Рөстәм Хәмитов республика юлдарында тәртип урынлаштырыуҙы талап итте

фото: Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 29 мартта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө буйлап эш сәфәре барышында республиканың Юл хужалығы идаралығы лабораторияһында булды. 2014 йылда унда Һынау үҙәге булдырылды.

Рөстәм Хәмитов үлсәү контроленең күсмә пунктын ҡараны. Бөгөн республикала тәүлек әйләнәһенә 10 шундай машина эшләй. Төбәк етәксеһе юл япмаһын һаҡлау эшендә үлсәү контроленең әһәмиәтен билдәләне, шулай уҡ автомобилдәрҙең таҙалығы контролен индерергә тәҡдим итте.

Өфөлә ике күсмә юл лабораториялары асылған. Улар компьютерлаштырылған ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Башҡортостан Башлығы асфальт-бетонды, битум ҡатырғыс, ташлы материалдарҙы һынау өсөн лабораторияларҙың эшмәкәрлеге менән танышты. Идаралыҡ етәксеһе Фуат Хәлитов һүҙҙәренсә, һынау үҙәге белгестәре юл төҙөүселәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, ваҡыты-ваҡыты менән сифатҡа контроль үткәрә. Етешһеҙлектәр асыҡланған осраҡта подрядсыларға штраф һалына, хатта килешеүҙәр өҙөлә.

Төбәк етәксеһе юлсыларҙан Башҡортостан юлдарында тәртип урынлаштырырға ҡушты.

– Оят! Бөгөн юлдарҙың насар булыуында кем ғәйепле? Беренсенән, насар асфальт һалыусы, икенсенән, власть ғәйепле. Тимәк, юлдар боҙолмаһын өсөн талаптарҙы дөрөҫ ҡуя белмәйбеҙ. Беҙгә стандарттарҙы ҡабул итеү өсөн бер йыл кәрәк булды. Республика юлдары – минең, һеҙҙең, вице-премьерҙың, ҡала, муниципалитет башлыҡтарының яуаплылығы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙән тәртип урынлаштырыуығыҙҙы талап итәм, бер кемде лә йәлләмәгеҙ. Иң яҡшыһы – намыҫһыҙ эшселәрҙе туҡтатығыҙ. Ошо йәһәттән аяуһыҙ эшләргә кәрәк. Улар кешеләрҙе йәлләмәй бит.

Лаборатория контроле бүлегендә республика Башлығын төбәктәге автомобиль юлдары торошоноң мониторинг системаһы менән таныштырҙылар. Унда юл япмаһы, һауа температураһы, транспорт ағымының тығыҙлығын үлсәү датчиктары ҡуйылған. Артабан мониторинг һөҙөмтәләре траффик бүлеү, өҫтәмә юлдар һалыу, юлдарҙы ремонтлау кәрәклеге хаҡында ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкинлек бирә.

Мобиль ҡоролмалар өсөн ҡушымта ярҙамында автобустың ҡайҙа хәрәкәт итеүен һәм уның килеү ваҡытын белергә мөмкин. Әлегә проектҡа рәсми пассажир ташыусылар ғына ҡушылған. Хәҙер башҡа автобустарҙы ла ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырыу мәсьәләһе тикшерелә.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ «Газпромдорстрой ӨФө төҙөлөш компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте майҙансығын ҡараны һәм «НОВАЧИП» автомобиль юлдарын ремонтлауҙың яңы технологияһы менән танышты.