10 декабрь, Шәмбе

29 март 2016 йыл, 17:35

Башҡортостан Башлығы менән «тура бәйләнеш»кә ике меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән

фото: «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының колл-үҙәгендә республика Башлығына һорауҙар ҡабул итеү бара. Ошо һорауҙарға Рөстәм Хәмитов 7 апрелдә тура эфирҙа яуап бирәсәк.

Башҡортостандың бөтә ҡала һәм райондарынан шылтыратыуҙар бар. Халыҡты торлаҡ һәм балалар баҡсалары менән тәьмин итеү, хеҙмәт хаҡы һәм социаль пособиелар түләү, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ауыл хужалығы, мәҙәниәт, спорт мәсьәләләре борсой. Бөгөн ике меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән. Көнөнә 600-700 шылтыратыу була. Шуға бәйле «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы операторҙар һанын арттырған. Мобиль һәм стационар телефондарҙан шылтыратыу бушлай.

Һорауҙарҙы 8-800-700-88-25 телефоны буйынса ебәрергә, шулай уҡ Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы һәм Башҡортостан юлдаш телеканалы сайттарында ҡалдырырға мөмкин. Мөрәжәғәттәр иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә.

Был юлы һөйләшеү яңы форматта уҙыр тип көтөлә. Башҡортостан Башлығы менән әңгәмәләшеү өсөн республиканың дүрт, шул иҫәптән «Рәсәй-24» телеканалы журналистары саҡырылған. Тап улар республика халҡы исеменән төбәк етәксеһенә һорауҙар бирәсәк.

Трансляция «Рәсәй-24 Башҡортостан» телеканалында һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 7 апрелдә киске сәғәт 7-лә башлана.