10 декабрь, Шәмбе

29 март 2016 йыл, 16:55

Республика гидротехник ҡоролмаларҙы капиталь ремонтлауға 40 миллион һум самаһы субсидия аласаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Быйыл Башҡортостан гидротехник ҡоролмаларҙы һәм хужаһыҙ ҡоролмаларҙы капиталь ремонтлауға, шулай уҡ һуңғыларын юҡ итеүгә федераль бюджеттан 39 924 мең һум аҡса аласаҡ. Тейешле бойороҡ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған.

Һыу объекттарын файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса дәүләт программаларын берлектә финанслау «2012-2020 йылдарҙа Рәсәйҙең һыу хужалығы комплексын үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ағымдағы йылда субсидияларҙың дөйөм күләме 5081,3 миллион һум тәшкил иткән. Гидротехник ҡоролмаларҙы капиталь ремонтлауға илдең 46 төбәгенә 1418,1 миллион һум күләмендәге аҡса бирелә.

Бынан тыш, ҡайһы бер төбәктәргә капиталь төҙөлөш объекттарын һыуҙың кире тәьҫиренән һаҡлауға һәм уларҙы тергеҙеүгә, шулай уҡ һыу объекттарын экологик реабилитациялауға субсидиялар бүленә. Ҡабул ителгән ҡарарҙар һыу ҡоролмаларына ҡағылышлы ремонт һәм иҫкәртеү эштәрен тейешле финанслау менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.