8 декабрь, Кесе йома

29 март 2016 йыл, 16:21

Өфөлә «Ватан» этник паркының яңы миҙгелдәге эшендә ҡатнашырға теләүселәрҙе хеҙмәттәшлеккә саҡыралар

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Быйыл «Ватан» этник паркы 25 майҙа, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале башланған мәлдә асыла. Яңы миҙгелдә паркты үҙгәрештәр көтә. Ҡунаҡтар этноауылға бушлай инә аласаҡ, шулай уҡ майҙансыҡта милли ризыҡтар менән туҡланыу урындары барлыҡҡа киләсәк.

Ҡала проекттарын үҫтереү фонды паркта байрамдар, фестивалдәр һәм башҡа саралар үткәрергә теләүселәрҙе хеҙмәттәшлек итергә саҡыра. Ҡатнашыуҙың форматы төрлөсә булырға мөмкин: әҙер проект, сараның идеяһы һәм ойоштороуҙа ирекмән сифатында ҡатнашыу теләге. Осрашыу 31 мартта Ҡаланы үҫтереү үҙәгендә уҙа (Менделеев урамы, 158). Киске сәғәт 7-лә башлана.

Белешмә. Өфө амфитеатрының «Ватан» паркы 2015 йылда Өфөлә уҙған ШОС һәм БРИКС саммиттары ҡунаҡтары өсөн асылды. Ҡунаҡтар һәм сит ил делегациялары Башҡортостанда йәшәүсе төп халыҡтарҙың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, республиканың заманса ҡаҙаныштары менән таныша алды. Былтыр паркка 40 меңдән ашыу кеше килгән.  

темалар: этник парк