11 декабрь, Йәкшәмбе

29 март 2016 йыл, 15:42

Төбәктәге ҙур һәм урта предприятиеларҙың кисектерелгән бурыс өлөшө 1,6 процент тәшкил иткән

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. 2016 йылдың ғинуар аҙағына республикалағы ҙур һәм урта предприятие, ойошмаларҙың дөйөм бурысы 1122,8 миллиард һум тәшкил иткән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Күрһәткес кредитор бурысын һәм банк, заем кредиттары буйынса бурысты үҙ эсенә ала. Кисектерелгән бурыс өлөшө — 1,6 процент, йәғни 17,4 миллиард һум.

Ҙур һәм урта предприятие, ойошмаларҙың дебитор бурысы — 410,5 миллиард, кисектерелгән бурысы 29,3 миллиард һум тәшкил иткән. Кисектерелгән дебитор бурысы өлөшөнә 7,1 процент тура килә (бер йыл элек — 8,1 процент).