9 декабрь, Йома

29 март 2016 йыл, 15:08

«Оркестрҙа уйнаусыларҙың баш ҡалаһы Өфөгә күсә» — «Урал ауазы» халыҡ-ара конкурс-фестиваленең жюри ағзалары

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Урал ауазы» III Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре конкурс-фестивале асылды. Фестивалгә арналған матбуғат конференцияһында халыҡ-ара жюри ағзалары уның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.

«Быйыл конкурста 30 коллектив ҡатнаша, бындай хәлдең булғаны юҡ ине, — тип билдәләне «Урал ауазы» проектының авторы, Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин. — Беҙ положениены бер аҙ үҙгәрттек. Әгәр уҙған йылдарҙа профессиональ коллективтар булһа, быйыл тәүге тапҡыр музыка мәктәптәренең балалар коллективтары һәм художестволы үҙешмәкәрлек өҫтәлде».

Мәскәүҙән, Башҡортостандан, Сыуашстандан, Удмуртиянан, Мордовиянан, Татарстандан, Силәбе өлкәһенән, Приморье крайынан, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Белоруссиянан ҡатнашыусылар бар. Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияла конкурс тыңлауҙары башланды. Һөҙөмтәләр 31 мартта гала-концертта иғлан ителәсәк.

Фестивалде Ырымбур академия рус халыҡ хоры һәм Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры асты. Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының концерты уның 15 йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау булды.

«Программа бик үҙенсәлекле. Уға 15 йыл эсендәге иң яҡшы әҫәрҙәр ингән — Анатолий Кукубаевтың, донъя халыҡтарының музыкаһы яңғыраны. Оркестр даими үҫешә. Музыкаль программа сиктәрендә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитында сығыш яһағанда оркестрҙы юғары баһалауҙарын, етәкселектең ярҙам итеүен ишетеү бик ҡыуаныслы булды», — тип һөйләне «Садко» муниципаль рус оркестры етәксеһе һәм баш дирижеры, профессор Владимир Лавришин (Силәбе).

Фестивалдең төп сифаттарының береһе — оркестр репертуары менән алмашыу. Положениеға ярашлы, төрлө төбәктәрҙән килгән коллективтар башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡарырға тейеш.

«Илебеҙҙә ошоға оҡшаш конкурс юҡ. Хәҙер бәйге бөтә йүнәлештәрҙе лә үҙ эсенә алды: профессиональ, үҙешмәкәр, балалар коллективтары. Әкренләп оркестрҙа уйнаусыларҙың баш ҡалаһы Өфөгә күсә»», — тип йомғаҡ яһаны Владимир Лавришин.