11 декабрь, Йәкшәмбе

29 март 2016 йыл, 13:17

Мәскәүҙә республика рәссамдарының «Интрига» исемле күргәҙмәһе эшләй башланы

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Мәскәүҙәге «Art Incognito» картиналар галереяһында Башҡортостанда тыуып үҫкән йәш рәссамдарҙың «Интрига» исемле күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмә аҙна дауамында эшләй. Инеү ирекле.

«Сәк-сәк» тип аталған төркөмгә билдәле рәссам, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы, Дизайнерҙар союзы һәм ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара һынлы сәнғәт ассоциацияһы ағзаһы Раушания Бәҙретдинова, шулай уҡ Ғәлиә Байғужина, Олеся Сапожкова, Нелли Аксурина, Зәлифә Хабатова һәм Мила Загуменная ингән. Һәр береһенең үҙ стиле бар һәм һәр кем күргәҙмәлә «Ҡош бейеклегенән ҡараш» темаһын үҙенсә асҡан. «Интрига» — уларҙың берлектәге тәүге тәжрибәһе, әммә яңы ижади берләшмәнең пландары ҙур, шул иҫәптән Мәскәү галереяһы менән хеҙмәттәшлекте дауам итеү һәм сит илдә күргәҙмәләр ойоштороу. Әлегә Раушания Бәҙретдинова ғына ошондай тәжрибәгә эйә. Бер йыл элек Мәскәүҙә уҙғарылған «Ағиҙел буйындағы ҡала» күргәҙмәһе сәнғәт һөйөүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Сара барышында уның тиҫтәнән ашыу эше һатылды, ә һатыуҙан килгән 600 мең һумдан ашыу аҡса ҡаты сирле балаларға ярҙам йөҙөнән «Мәрхәмәт» (Өфө) һәм «Ғүмер бүләк ит» (Мәскәү) хәйриә фондтарына күсерелде.  

«Art Incognito» картиналар галереяһы 2015 йылдың авгусында асылған. Галерея төрлө төбәктәрҙән килгән рәссамдарға илебеҙ тамашасыларын үҙҙәренең ижады менән таныштырырға мөмкинлек бирә.