3 декабрь, Шәмбе

29 март 2016 йыл, 11:53

Республикала «Башҡортостан рустары соборы»ның IV съезы асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә «Башҡортостан рустары соборы»ның IV съезы бара. Форумға республика ҡала һәм райондарынан 200-ҙән ашыу делегат килде. Шулай уҡ башҡарма власть вәкилдәре, республика Дәүләт Йыйылышы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, милли-мәҙәни үҙәк етәкселәре һәм сит төбәктәрҙән ҡунаҡтар ҡатнаша.

Көн тәртибендәге төп мәсьәлә – ойошма етәксеһенең һуңғы йылдарҙа башҡарған эше тураһында отчеты, ревизия комиссияһының яңы составын һайлау, башҡарма комитет составын яңыртыу. Сара сиктәрендә рус теле һәм мәҙәниәтенә, милләт-ара татыулыҡты, әхлаҡи проблемаларҙы нығытыуға бәйле мөһим мәсьәләләр тикшерелә. Ҡунаҡтар өсөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында мәҙәни программа ойошторола.

Белешмә. «Башҡортостан рустары соборы»ның беренсе съезы 1998 йылда, икенсеһе – 2011 йылда, өсөнсөһө 2013 йылда уҙғарылды. Ойошма 1998 йылдың 27 мартында булдырылған. Соборҙың төп маҡсаты – рухи берҙәмлек, илһөйәрлек идеяларын таратыу, республикала йәшәүсе рус халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәтен үҫтереү.