6 декабрь, Шишәмбе

29 март 2016 йыл, 11:21

Баш ҡалала коммуналь фатирҙарға хаҡ төшмәгән

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә коммуналь фатирҙарға хаҡ төшмәгән. «Фатирҙар донъяһы» порталы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы йылда баш ҡалала бүлмәләрҙең хаҡы 0,8 процентҡа артҡан. «Коммуналка»ның уртаса хаҡы 1 миллион 175 мең һум тәшкил итә.

Эксперттар илебеҙҙең ҙур 59 ҡалаһында күсемһеҙ милек баҙарындағы хәлде анализланы. Асыҡланыуынса, 28 ҡалала бүлмәләр ҡиммәтләнгән, 31-дә — арзанайған. Йәғни инвестиция маҡсатында бүлмә һатыу алыу үҙен гел генә аҡламай.

Краснодар крайында һәм Ростов өлкәһендә бәләкәй торлаҡтың хаҡы һигеҙ процентҡа тиерлек күтәрелгән. Был импортты алмаштырыу программаһы сиктәрендә ауыл хужалығы етештереүен үҫтереүгә һәм бай кешеләрҙең курорт төбәгендәге күсемһеҙ милек менән ҡыҙыҡһыныуына бәйле, тип билдәләй аналитиктар.

Һөҙөмтәлә Сочиҙа бүлмәнең хаҡы — 2,8 миллион, Краснодарҙа һәм Дондағы Ростовта 1,3 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Ә бына Ижевскиҙа, Иркутскиҙа, Томскиҙа 8-10 процентҡа арзанайған һәм хәҙер 440-780 мең һум тора.

Мәскәүҙә бүлмәнең уртаса хаҡы — 3,16, Санкт-Петербургта 1,8 миллион һум.