3 декабрь, Шәмбе

28 март 2016 йыл, 17:38

Баш ҡалала танылған хореограф Юрий Григорович тағы ла бер балет ҡуясаҡ

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Ариф Меликовтың «Мөхәббәт хаҡында легенда» балеты ҡуйыла. Проект Башҡортостан Башлығының 9 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булды. Спектакль танылған хореограф Юрий Григоровичтың Өфө театрындағы етенсе эше буласаҡ. Репетициялар май айында уҡ башлана. Премьера 29-30 октябргә билдәләнгән.

«Юрий Николаевичты беҙҙең республика менән күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Ул театрыбыҙҙа байтаҡ әҫәрҙәр сәхнәләштергән. Тиҙҙән балет коллекцияһында йәнә бер ынйы барлыҡҡа киләсәк, — тип хәбәр итте театрҙың генераль директоры Ильмар Әлмөхәмәтов. — Алда беҙҙе етди эш көтә».  

«Мөхәббәт хаҡында легенда» — Ариф Меликовтың «Фәрхәд һәм Ширин» драмаһы буйынса Назым Хикмәт либреттоһына яҙған балеты.  Премьераһы 1961 йылдың 23 мартында Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрында (Мария театры) була. Балет Рәсәйҙең һәм донъяның бик күп театрҙарында ҡуйылған.

темалар: балет