Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Еңеү көнөн байрам итеүгә арналған төп саралар билдәләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығын байрам итеүгә арналған төп саралар билдәле булды. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «2016 йылда Еңеү көнөн байрам итеү тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Ошо документҡа ярашлы, 6 майҙа Өфөлә байрам концерты һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын тантаналы ҡабул итеү ойошторола. Ветерандар «Башҡортостан» дәүләт концерт залына йыйыла. 9 майҙа Еңеү паркындағы мемориаль комплексҡа сәскә һалыу була.

Муниципаль берәмек хакимиәттәренә Башҡортостан Хәрби комиссариатының район, ҡала бүлектәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы, йәштәр һәм балалар йәмәғәт берекмәләре ярҙамы менән һәйкәлдәргә, обелисктарға сәскә һалыуҙы ойоштороу, Еңеү көнөнә арналған тантаналы йыйылыштар, күмәк мәҙәни саралар үткәреү, фронтовиктарҙы, тыл эшсәндәрен, яугирҙәрҙең тол ҡатындарын тәбрикләү тәҡдим ителә.

Республика етәксеһе ҡарарының үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә йөкмәтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть