Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө аэропорты яҙғы-йәйге расписаниеға күсте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфө аэропорты 28 марттан 29 октябргә тиклем яҙғы-йәйге расписаниеға күсте. Тимәк, ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса рейстар һаны артасаҡ һәм миҙгелле маршруттар тергеҙеләсәк.

Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, айырыуса Сочиға, Симферополгә, Анапаға, Геленджикка рейстар күберәк буласаҡ. Йәйге расписаниела аҙнаһына ике тапҡыр Өфө-Калуга-Симферополь маршруты ҡаралған. Мәскәү иң популяр эске йүнәлеш булып ҡала — тәүлегенә осоштар һаны ун өскә етә.

Халыҡ-ара программаға килгәндә, Прагаға тура рейстар асыла, Истанбулға даими рейстар дауам итәсәк. Май айынан йәнә Барселонаға осорға мөмкин. Кипр, Греция, Болгария кеүек популяр туристик маршруттар ҙа һаҡлана.

Һәр аҙна һайын Бургас һәм Ираклион, Монастирға (ун көнгә бер тапҡыр),  Родосҡа (биш көн һайын) самолеттар осасаҡ. 2 июндән һәр ун көн һайын Өфө-Салоники-Өфө маршруты буйынса тура рейстар күҙаллана. Пхукет, Бангкок, Камрань, Баҡы, Ташкент, Дүшәнбе һәм Худжанд кеүек йүнәлештәр ҙә бар.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән «Өфө» аэропортының сайтында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть