Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

«Татар ҡыҙы-2016» конкурсының төп титулын Эдельвейс исемле ҡыҙ яуланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

26 мартта Өфө «Нур» татар дәүләт театрында «Татар ҡыҙы-2016» республика гүзәллек бәйгеһенең финалы уҙҙы. Унда Стәрлетамаҡтан, Туймазынан, Нефтекаманан, Дәүләкән, Федоровка, Ҡыйғы, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондарынан 12 һылыуҡай ҡатнашты.

Жюри ағзалары Федоровка районында тыуып үҫкән, әлеге көндә Салауат медицина училищеһында белем алған Эдельвейс Ихсанованы еңеүсе тип иғлан итте.

Матурлыҡ конкурсында ҡатнашыусыларҙан туған телен, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белеү талап ителде. Ҡыҙҙар тамашасылар һәм жюри алдында тышҡы ҡиәфәтен, вокаль һәм хореография оҫталығын күрһәтте.

«Татар ҡыҙы-2016» республика конкурсы 14-се тапҡыр уҙғарылды. Уның маҡсаты — милли мәҙәниәткә йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, туған телгә һөйөү тәрбиәләү. Сараны ойоштороусы булып Башҡортостандың «Берлек» татар мәҙәни-ағартыу ойошмаһы сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть