Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Башнефть» облигациялар программаһын раҫларға йыйына

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

«Башнефть» компанияһы биржа облигациялары һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар программаһын раҫлау тураһында мәсьәләне ҡараясаҡ. Был хаҡта, эмитент белдереүенә һылтанып, Rusbonds хәбәр итә. 31 мартта компания директорҙар советы йыйылышын үткәрә.

«Башнефть» һумлыҡ облигациялар баҙарына һуңғы тапҡыр былтыр июндә сыҡҡайны. Ул саҡта компания 5 миллиард һум күләмендәге БО-07 серияһындағы 10 йыллыҡ бондтарҙы урынлаштырҙы. Беренсе купондың ставкаһы йылына 12,1 процент күләмендә билдәләнде, 2-12-се купондарҙың ставкалары уға тиңләштерелде.

Әлеге ваҡытта компанияның 25 миллиард һумлыҡ биржа һәм 90 миллиард һумлыҡ һигеҙ классик облигацияларының дүрт сығарылышы әйләнештә йөрөй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть