8 декабрь, Кесе йома

28 март 2016 йыл, 14:21

Ғәрәп илдәренән килгән туристарҙың маршрутында Башҡортостан буласаҡ — Владимир Мединский

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ғәрәп илдәренән килгән туристарҙың маршрутына Башҡортостандың да өҫтәлеүе ихтимал. Был хаҡта кисә журналистар менән осрашыуҙа Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский хәбәр итте. Ул Кувейтҡа барған ыңғайы Дубайға килгән, унда дүшәмбе, 28 мартта Visit Russia икенсе милли туристик офисы асыла. Тәүгеһе Дубайҙа 2015 йылдың аҙағында барлыҡҡа килде, тип яҙа РИА Новости.

Министр һүҙҙәренсә, Рәсәй ғәрәп илдәренән, шул иҫәптән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән һәм Кувейттан илдең мосолман халҡы йәшәгән төбәктәренә туристар йәлеп итергә тырыша.

«Беҙ үҙебеҙҙең мосолман төбәктәре һәм ғәрәп илдәре менән тығыҙ туристик бәйләнештәр урынлаштырырға тырышабыҙ», —  тип билдәләне Владимир Мединский.

Ғәрәп илдәре туристары Татарстанға килә башланы ла инде, тине ведомство башлығы. Уларҙың маршруттарына Башҡортостандың да өҫтәлеүе ихтимал.

Рәсәй һәм Фарсы ҡултығы төбәктәре араһында маршруттарҙы яйға һалыу иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итергә, илдәр араһында үҙ-ара аңлашыуға өлгәшеүгә булышлыҡ итә, тип өҫтәне министр.

темалар: туризм, иҡтисад