Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» көнсығыш финалының өсөнсө уйынында «Металлург» командаһын еңде

Спорт

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.

Өфөлә Гагарин кубогы көнсығыш финалының өсөнсө уйыны тамамланды.

«Салауат Юлаев» Магнитогорскиҙың «Металлург»ын ҡабул итте.

Хужалар иҫәпте асып ебәрҙе — һигеҙенсе минутта Сами Леписте шайба индерҙе.

Әммә беренсе тәнәфескә тиклем Сергей Мозякин һәм Ян Коварж «Металлург» командаһын алға сығарҙы — 2:1.

Уйындың икенсе өлөшөндә Николай Прохоркин иҫәпте тигеҙләне  — 2:2

Өсөнсө осор тамамланыуға ике минут ҡалғас, Сами Леписте еңеү шайбаһын индерҙе — 3:2.

Серияла иҫәп Магнитогорск хоккейсылары файҙаһына 2:1 булды.

Сираттағы уйын 29 мартта Өфөлә үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть