3 декабрь, Шәмбе

28 март 2016 йыл, 10:23

Рөстәм Хәмитов Өфөләге ташҡынға ҡаршы штабтарҙың эшен тикшерҙе

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 26 мартта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө буйлап эш сәфәре барышында ташҡынға ҡаршы штабтарҙың эшмәкәрлеге менән танышты һәм яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

Эш сәфәренең тәүге пункты яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм тәртиптә тотоу буйынса махсуслаштырылған идаралыҡ булды. Унда республика Башлығы Өфөнөң Киров районындағы ташҡынға ҡаршы штабтың эше менән танышты.

Район башлығының беренсе урынбаҫары, ташҡынға ҡаршы комиссия рәйесе Олег Котов әйтеүенсә, Кооператив ялан һәм Өсөнсө пристань биҫтәләренә һыу баҫыу хәүефе янай. Әлеге ваҡытта ихаталар буйлап тикшереү һәм халыҡҡа инструкция таратыу тамамланған. 3 700 кешегә иҫәпләнгән 35 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән.

Республика етәксеһенең милекте страховкалау тураһында һорауына яуап биреп, Олег Котов страховка компанияларының ташҡындың көслө булыу ихтималлығын белә тороп, ошо йүнәлештә эшләмәүҙәре хаҡында һөйләне.

Төбәк Башлығы ташҡынға ҡаршы сараларҙы тәьмин итеү өсөн йәлеп ителәсәк көстәрҙең әҙерлеген баһаланы, Кооператив ялан һәм Өсөнсө пристань биҫтәләренең яр буйҙарын ҡараны.

«Өфө» йылға порты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Нижегородка йөк терминалында Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Ленин районындағы ташҡынға ҡаршы штабтың эшмәкәрлеге менән танышты һәм Нижегородка биҫтәһенең яр буйын ҡараны.

Район хакимиәте башлығы Альбина Йосопова Нижегородка, Затон һәм  Козарез биҫтәһендә йәшәүселәргә һыу баҫыу янауы хаҡында хәбәр итте. Әлеге ваҡытта бында бөтә әҙерлек саралары тамамланған. Нижегородкала ғына ташҡынға ҡаршы өс штаб ойошторолған. Биҫтәләге 577 йортто һыу баҫыуы ихтимал.

Ташҡынға ҡаршы әҙерлек алдан, ғинуар аҙағында – февраль башында уҡ башланды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

– Халыҡ менән эшләү дауам итә. Муниципалитет вәкилдәре кешеләргә һыу баҫҡан осраҡта үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген аңлата, – тине Рөстәм Хәмитов. – Штаб, халыҡты эвакуациялау, туҡланыу урындары, транспорт бүлеү өсөн яуаплы предприятиелар билдәләнгән. Ошо йәһәттән ҙур эш бара. Бөгөн бөтә хеҙмәттәр ҙә юғары әҙерлек режимында эшләй. Беҙ хәлде контролдә тотабыҙ. Апрелдә һәм май баштарында ошо эш менән шөғөлләнәсәкбеҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр булмаҫ, тип ышанам.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреүгә әҙерлек сиктәрендә быйыл Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән ташҡынға ҡаршы комиссия составы раҫланды, яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү буйынса саралар планы ҡабул ителде.