Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Республикала йәнә 59 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостан Хөкүмәтендә сираттағы тапҡыр биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Гүзәл заттарға «Әсәлек даны» миҙалын һәм аҡсалата премияларҙы Хөкүмәт вице-премьеры Салауат Сәғитов тапшырҙы.

«Республикабыҙҙа ошо юғары награда тапшырыла башлауға — 18 йыл. Бөгөн «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булыусылар һаны ете меңдән ашыу. Төбәктә күп балалы әсәләр артыр тип ышанғы килә. Ғалимдарҙың тыуымдың ҡырҡа кәмеүе тураһында демографик күҙаллауҙарына ҡарамаҫтан, республикала бындай хәл күҙәтелмәй: беҙҙә тыуым үлемдән күберәк. Был күп осраҡта һеҙгә бәйле, сөнки тап һеҙ биш һәм унан күберәк балаларҙы тәрбиәләүҙе үҙ иңегеҙгә алғанһығыҙ. Республиканың власть органдары балаларығыҙ ныҡлы аяҡҡа баҫһын, ысын кеше булһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк», — тип мөрәжәғәт итте Салауат Сәғитов.

Бүләкләнеүселәр араһында — республиканың 25 районы вәкилдәре. Балалар баҡсалары тәрбиәселәре, ашнаҡсылар, уҡытыусылар, һатыусылар, малсылар, операторҙар, лаборанттар, хужабикәләр, — ҡатын-ҡыҙҙар кем генә булып эшләмәһен, уларҙың төп статусы — күп балалы әсә. Мәҫәлән, Әлшәй районы Раевка ауылында йәшәүсе Светлана Шварева бер ҡасан да биш бала әсәһе булырмын тип уйламаған. Хәҙер ҡатынға 33 кенә йәш, уның дүрт улы, бер ҡыҙы бар. Ғаилә вегетарианлыҡты үҙ итә. Атай кеше йылҡы үрсетә, әсә иһә баҡса эштәре менән шөғөлләнә, ғаиләһен ҡарай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть