11 декабрь, Йәкшәмбе

25 март 2016 йыл, 16:35

Өфөлә Башҡортостандың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 25 мартта Хөкүмәт йортонда республиканың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә атҡаҙанған һәм маҡтаулы исемдәр тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Салауат Сәғитов алып барҙы.

Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Вәлит Илембәтов, Өфөнөң Дим районындағы 3-сө балалар сәнғәт мәктәбе директоры урынбаҫары Надежда Мельникова, Калинин районындағы 5-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Алла Теплова, 15-се музыка мәктәбе уҡытыусыһы Тәнзилә Шәймәрҙәнова, «Башҡортостан» киностудияһының Стәрлетамаҡ филиалы «Осҡон» кинотеатрының баш администраторы Ольга Щелкунова Башҡортостандың Почет грамотаһына лайыҡ булды.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың Музыка берлеге рәйесе Нур Дауытовҡа, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Марат Ҡорбанғәлиевҡа «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеме бирелде.

«Айҙар» театр-студияһы музыканты Фәрүәз Килдеғолов, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Валерий Скобелкин, Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы аккомпаниаторы Илфат Яхин «Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исемен алды.

Башҡортостандың милли симфоник оркестры артистары Рифҡәт Ғабдрахманов, Денис Гранов, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең нәфис һүҙ оҫтаһы Елена Федорова «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ булды.

«Тап һеҙҙең еңел булмаған эшегеҙ һәм көндәлек хеҙмәтегеҙ арҡаһында республикалағы мәҙәниәт тураһында ғорурланып һөйләй алабыҙ. Мәҙәниәт, сәнғәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәр дәүләттең үҫешенә ҙур өлөш индерә», — тип ҡотланы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен Салауат Сәғитов.