5 декабрь, Дүшәмбе

25 март 2016 йыл, 15:55

Баш ҡалала йылғаларҙың боҙҙан әрселеү ваҡыты билдәле булды

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә йылғаларҙың боҙҙан әрселеү ваҡыты билдәле булды. Гидрометеорология шарттарын иҫәпкә алып, йылғаларҙың ғәҙәттәгенән ике-биш көнгә иртәрәк асылыуы көтөлә. 2-8 апрелдә — Ағиҙелдә, 31 марттан 6 апрелгә тиклем — Ҡариҙелдә, 6 апрелдән 12-нә тиклем Дим йылғаһында боҙ китеүе күҙаллана.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, яҙғы ташҡын ваҡытында Өфө янында Ағиҙелдең кимәле 730-830 сантиметрға етәсәк. Ҡариҙел — 760-860, Дим 580-680 сантиметрға күтәреләсәк. Ҡаланың ҡайһы бер райондарында йорттарҙы һыу баҫыу янай.

Алдан хәбәр ителгәнсә, ошо көндәрҙә Өфөлә махсус техника смотры булды, унда яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү өсөн яуаплы 18 ҡала һәм республика хеҙмәттәре, ведомстволары ҡатнашты. 10 марттан ҡала һәм райондарҙың ташҡынға ҡаршы комиссиялары эшләй башланы. Ташҡынға ҡаршы 19 штаб, 12 күҙәтеү посы һәм алты мең кешегә иҫәпләнгән пункт асылған.