Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡырымда республиканың үҙенең шифаханаһы буласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

Башҡортостан Ҡырым Республикаһы етәкселеге менән ярымутрауҙағы дауалау-һауыҡтырыу учреждениеларының береһен файҙаланыуға тапшырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының һорауҙарына яуап биреп, төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта белдерҙе.

– Ҡырымда ял итеүгә килгәндә, беҙ шифаханаларҙың береһен бушлай алыу өҫтөндә эшләнек. Әлегә бушлай килеп сыҡмай. Ҡырымға әүҙем ярҙам күрһәтәбеҙ, шуға күрә уның етәкселеге һауыҡтырыу учреждениеларының береһен файҙаланыуға биреп, Башҡортостанға рәхмәт белдерергә теләй. Ошо йәһәттән эш дауам итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Йә ошо йылдың аҙағына, йә киләһе йәйгә Ҡырымда үҙебеҙҙең дауалау-һауыҡтырыу учреждениеһы буласаҡ. Унда тәү сиратта балалар, ветерандар ял итәсәк.

Бынан алдараҡ, республика Хөкүмәте эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса отчетында, Башҡортостан Башлығы былтыр Ҡырымдың Белогорск районына 173 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән тип билдәләне.

– 26 балалар баҡсаһы, мәктәптәр һәм мәҙәниәт йорттары ремонтланған. Еңеү көнөнә мемориаль комплекстар төҙөкләндерелгән. Ярымутрауҙа 30 электр генераторҙары ҡуйылған, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙ тапшырған ауыл хужалығы техникаһы уңышты ваҡытында йыйып алыуға ҙур өлөш индерә. Мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте буйынса тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Киләсәктә лә ошо хеҙмәттәшлекте нығытыу мөһим.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть