10 декабрь, Шәмбе

25 март 2016 йыл, 14:20

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә Өфөлә Башҡортостан Башлығының 16 миллионлыҡ гранттары тапшырылды

фото: Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Рәсәйҙә Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика Башлығының миллион һумлыҡ гранттарына дипломдар тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Улар мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге әһәмиәтле проекттарға бирелә.

Бөтәһе 16 ижади проект дөйөм суммаһы 90 миллион һумлыҡ финанс ярҙамын алды.

«Музыкаль Өфө» Башҡортостандың профессиональ-музыкаль башҡарыу һәм вокаль сәнғәтен перспективалы үҫтереү ижади программаһы һәм Владимир Спиваков етәкселегендәге I халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы һәм бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәрестәре 13,5-шәр миллион һумлыҡ грант алды.

URALFEST халыҡ-ара этник музыка фестивале, «Владимир Спиваков саҡыра» фестивале, «Бабич» тулы метражлы нәфис фильм төшөрөү, А. Меликовтың «Мөхәббәт хаҡында легенда» балет спектаклен ҡуйыу һәм «Көмөш Аҡбуҙат» III халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале 9-шар миллион һумлыҡ гранттарға тормошҡа ашырыласаҡ.

Рәсәй һәм халыҡ-ара сәхнәләрҙә «Орлан» этно-джаз ансамбленең «Башҡортостан илселәре» программаһын презентациялауға һәм режиссер Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» исеме аҫтында нәфис фильм төшөрөүгә 4,5-шәр миллионлыҡ грант бирелде.

Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищелары (колледждары) халыҡ-ара фестивале, «Бөйөк мәғрифәтселәрҙең мираҫы» театраль-шиғри проекты, «Хәтер адресы — Воскресенск» (Воскресенск картиналар галереяһының 45 йыллығына) күргәҙмә һәм ғилми-ағартыу проектын ойоштороу 1,8-шәр миллионлыҡ грантҡа лайыҡ булды.

«Урал ауазы» халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре фестивале, Өфөлә «Рәсәй Рәссамдар союзының алтын коллекцияһы» күргәҙмәләр проектын (Мәскәү ҡалаһы) уҙғарыу, Заманса драматургия һәм режиссура республика семинар-лабораторияһын үткәреү, «Замандаш» фольклор-театраль экспедицияһын ойоштороу, Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале 900-шәр мең һум алды.