6 декабрь, Шишәмбе

25 март 2016 йыл, 13:01

Рөстәм Хәмитов: «Юлсыларҙың насар эше өсөн бер ниндәй ҙә аҡлау юҡ»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының һорауҙарына яуап биреп, төбәктәге юлдар торошон кире баһаланы һәм юлсылар эшенә талаптарҙың көсәйтеләсәген белдерҙе.

– Илдәге күптәнге киҫкен мәсьәлә быйыл ҡабырғаһы менән ҡуйылды. Мин үҙем дә күп йөрөйөм һәм ошо соҡор-саҡырҙарҙы күрәм. Юлдарҙың торошо хаҡында байтаҡ  хаттар килә. Юлсыларҙың насар эше өсөн бер ниндәй ҙә аҡлау юҡ, – тине республика етәксеһе. – Федераль трассалар, айырыуса М-5 бер ҡасан да ошондай хәлдә булғаны юҡ ине. Октябрьскийға илткән юлды бомбаға тотҡандармы ни. Тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә автомобиль үткән трассаны шундай хәлгә төшөрөү – хурлыҡ. Ошо өлкәлә эшләгән кешеләрҙең яуапһыҙлығы.

Республика Башлығы юл япмаһының хәҙерге торошон быйылғы ҡыштың температура үҙенсәлектәре менән аңлатты. Ул проблеманың тиҙ, яңы технологиялар ҡулланып хәл ителәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Юлдарҙы төҙөкләндереүгә аҡса күп бүленә. Юл фонды 10 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Беҙ соҡорҙарҙы ямау буйынса эштәрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк тамамлаясаҡбыҙ. Юлдар буйынса талаптарҙы көсәйтәсәкмен, – тине Рөстәм Хәмитов. – Быға ҡаршы көрәш алып барасаҡбыҙ, яңы технологиялар, яңы битум ҡулланасаҡбыҙ. Ошо талаптарҙы кәметергә йыйынмайым. Әгәр хәл үҙгәрмәһә, тармаҡта кадрҙар алмашынасаҡ. Әлбиттә, юлдарҙың насар торошо – властың иғтибарһыҙлығы ул.