5 декабрь, Дүшәмбе

25 март 2016 йыл, 11:46

Төбәктә «Кино бара…» конкурсы еңеүселәренә «Учалы-Оскар-2016» премияһы тапшырылды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Учалыла гала-концерт һәм «Кино бара…» конкурсы финалсыларын, еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Конкурсты Рәсәй киноһы йылы сиктәрендә муниципалитет хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ойошторған. Фильмдарҙан өҙөктәрҙе профессиональ артистар түгел, ә ябай ауыл  кешеләре сәхнәләштерҙе.

Ауыл клубтары һәм Мәҙәниәт йорттары араһында ойошторолған район конкурсының һайлап алыу этабы 10 мартта башланды. Бөтәһе 52 эш тәҡдим ителде. Төп талап Рәсәй кинофильмынан өҙөк күрһәтеү һәм художестволы монолог уҡыу ине.

Гала-концертта командалар «Кавказ тотҡонбикәһе», «Мөхәббәт һәм күгәрсендәр», «Яҙмыш шаярыуы», «Ә таңдар бында тыныс», «Өс хат» фильмдарынан өҙөк сәхнәләштерҙе. Уральск ауылы Мәҙәниәт йорто Учалы районында төшөрөлгән «Алтын атлы һыбайлы» фильмынан эпизод күрһәтте.

«Сәхнә образдарын тыуҙырыуға, декорация ҡороуға бик етди ҡарағандар. Яҡтылыҡ эффектын ойоштороуға ла ваҡыт тапҡандар. Номерға 40-тан ашыу кеше йәлеп ителде, — тип билдәләне ауыл Мәҙәниәт йорто мөдире Олеся Хәлилова. — Беҙ ҡуйған өҙөк сағыу һәм ҡыҙыҡлы килеп сыҡты, әммә фильмды ла ҡарарға кәрәк. Бәлки, унда таныш йөҙҙәрҙе күрерһегеҙ, ауыл халҡының күбеһе күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашҡан».

Конкурс программаһына башҡорт режиссерҙарының фильмдары ла ингән. «Өс хат», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ике күрше», «Еңмеш» кинотаҫмаларынан өҙөктәр конкурсанттарҙың яҡшы әҙерлеген күрһәтте. Сарала ҡатнашҡан бөтә коллективтар ҙа лайыҡлы награда алды. Сөләймән, Октябрьск, Вознесенка, Ураҙ, Өргөн, Учалы, Миндәк һәм Сораман клубтары коллективтары төп призға — дипломға һәм аҡсалата сертификатҡа лайыҡ булды. «Учалы-Оскар-2016» премияһы «Уңыш джентельмендары» кинофильмынан өҙөк сәхнәләштергән Илсе ауылы Мәҙәниәт йортона тапшырылды.

темалар: кино