10 декабрь, Шәмбе

25 март 2016 йыл, 10:42

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 24 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ Кеше тураһында халыҡ-ара фәндәр академияһы президенты, үҙ ирке буйынса ЮНЕСКО илсеһе Александра Очирова һәм Рәсәй ЮНЕСКО кафедраларының координация комитеты рәйесе Владимир Егоров ҡатнашты.

Республика биләмәһендә берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, шул иҫәптән Рәсәйҙә тәүге геопарк булдырыу мәсьәләләре тикшерелде.

– ЮНЕСКО комиссияһы ҡарамағында геопарктар буйынса комитет ойошторасаҡбыҙ. Башҡортостанда геопарк булдырыу тәүге пилот проекты буласаҡ , – тип хәбәр итте Григорий Орджоникидзе.

Рәсәйҙәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның яуаплы секретары республика Башлығына М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ЮНЕСКО кафедраларының координация комитеты ултырышы уҙыуы хаҡында һөйләне. Унда ЮНЕСКО кафедраларын булдырыу өсөн илдәге юғары уҡыу йорттарынан килгән алты ғариза ҡаралды. Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының ғаризалары алдараҡ тәҡдим ителде.

Бынан тыш, «Евразия йөрәге» фестивале сиктәрендә «Евразия киңлегендә мәҙәни-ара диалог» тип аталған ғилми конференция үткәреү мәсьәләһе тикшерелде. Унда ҡатнашыу өсөн Евразия илдәренең ЮНЕСКО эштәре буйынса генераль секретарҙарын саҡырыу күҙаллана.