9 декабрь, Йома

25 март 2016 йыл, 9:49

Республикала быйыл төҙөкләндереләсәк юлдарҙың исемлеге раҫланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостанда 2016 йылда ремонтланасаҡ төбәк һәм муниципаль-ара автомобиль юлдары участкаларының исемлеге раҫланды. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 407,3 саҡрым тәшкил итә. Өфөлә үткән түңәрәк өҫтәлдә республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Альберт Сөләймәнов ошо хаҡта хәбәр итте.

«2010-2015 йылдарҙа юлдар һалыуға, төҙөкләндереүгә һәм тәртиптә тотоуға 57 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Быйыл 11 миллиард 157 миллион һум ҡаралған», — тине Альберт Сөләймәнов.

Республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары ведомствоның сайтында Башҡортостан автомобиль юлдары селтәренең карта-схемаһы урынлаштырылыуын билдәләне.

«Интерактив картала республиканың бөтә юлдары күрһәтелгән. Уның буйынса һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған участокты билдәләй, юлдың ҡайһы ведомствоға ҡарағанын белә ала», — тине Альберт Сөләймәнов.

Автомобиль юлдарына арналған түңәрәк өҫтәл эшендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе Елена Родина, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Башҡортостан төбәк штабының «Көндәлек тормош сифаты» эшсе төркөмө етәксеһе Николай Фадеев, юл предприятиелары һәм хеҙмәттәре вәкилдәре, журналистар ҡатнашты.

темалар: юл хужалығы