8 декабрь, Кесе йома

24 март 2016 йыл, 18:17

Башҡортостанда капиталь ремонтлауға иғәнә артмаясаҡ — Төбәк операторы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтлауға иғәнәнең минималь күләме артмаясаҡ, тип белдерҙе Өфөлә үткән брифингта Башҡортостан Төбәк операторының генераль директоры Борис Герасимов.

Әлеге ваҡытта алты ҡатҡа тиклемге йорттарҙа иғәнәнең минималь күләме бер квадрат метр өсөн — 5,2, алты ҡаттан күберәк йорттарҙа 5,8 һумға тиң.

Борис Герасимов билдәләүенсә, төбәктә иғәнә йыйыу ярайһы уҡ юғары. Мәҫәлән, быйыл ғинуар айында ул 96 процентҡа еткән, февралдә 72 процентҡа тиклем кәмегән. 2015 йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткес 83,7 процент тәшкил иткән.

«Ай һайын беҙ 230 миллион һум самаһы аҡса йыйырға планлаштырабыҙ. Мәҫәлән, былтыр күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреү өсөн яҡынса 2,5 миллиард һум йыйылды, 2,3 миллиарды үҙләштерелде. Аҡсалар капиталь ремонтҡа ғына йүнәлтелә», — тине Борис Герасимов.

2016 йылда республикала кәм тигәндә дөйөм майҙаны 4,1 миллион квадрат метрлыҡ 1063 күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау ҡаралған. Аҡса күләме — 2,456 миллиард һум. Шуның менән бергә 170 мең самаһы кеше йәшәү шарттарын яҡшыртырға тейеш.

Былтыр капиталь ремонт үткәреүҙең ҡыҫҡа ваҡытлы планына 948 йорт индерелгән. Ысынында иһә дөйөм майҙаны 4 миллион квадрат метрлыҡ 1012 йортҡа ремонт башҡарылған.

Компенсация түләү тәртибен раҫлағандан һуң халыҡты социаль яҡлау органдары уны түләү менән шөғөлләнәсәк. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: закон 2016 йылдың 1 ғинуарынан барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла һәм ошо йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була. Шуға ярашлы, компенсация 2016 йылдың 1 ғинуарынан йыл аҙағынаса тиклем түләнәсәк.