7 декабрь, Шаршамбы

24 март 2016 йыл, 17:35

Төбәктә туберкулез менән сирләүселәрҙең 85 проценты — ир-егеттәр

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда туберкулез менән сирләүселәрҙең 85 проценты — ир-егеттәр, уларҙың уртаса йәше — 40, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерының баш табибы Рәүил Шәрипов. Бигерәк тә халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламы — эшһеҙҙәр, инвалидтар, пенсионерҙар, аныҡ йәшәү урыны булмаған, холоҡ төҙәтеү учреждениеларынан сыҡҡан кешеләр ошо сиргә дусар була. Алкоголь, наркотик ҡулланыусылар, тәмәке тартыусылар йышыраҡ ауырый.

Бөгөн республикала туберкулездың әүҙем формаһы менән сирләүсе 4,5 меңдән ашыу кеше теркәлгән. 2015 йылда төбәктә йәшәүсе 1566 кешелә ошо сир асыҡланған, ауырыу күрһәткесе 100 мең кешегә — 38,5, Рәсәйҙә 49,3 тәшкил иткән.

Иң юғары күрһәткестәр Иглин районында, Благовещенск, Баймаҡ, Салауат, Өфө ҡалаларында теркәлгән.

«Туберкулез — һауа-тын алыу юлы менән таралған инфекция ауырыуы. Уны туберкулез таяҡсаһы тыуҙыра. Сирҙе дауалау оҙаҡ ваҡыт талап итә. Уртаса 90 көндән алып бер нисә йылға тиклем, — тип аңлатма бирҙе Рәүил Шәрипов. — Туберкулезды иҫкәртеүҙең төп сараһы — сәләмәт тормош алып барыу, гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, дөрөҫ туҡланыу».

Үҙ ваҡытында флюорография тикшеренеүе үтеү — туберкулезды иртә асыҡлауҙың төп ысулы булып ҡала. Уны ике йылға бер тапҡыр үтеү мөһим.