9 декабрь, Йома

24 март 2016 йыл, 16:03

Өфөләрҙе ауыл хужалығы йәрминкәһенә һәм Науруз байрамы уңайынан концертҡа саҡыралар

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Науруз байрамы уңайынан 26 мартта Өфөлә ҙур ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола, унда республика  тауар һәм ауыл хужалығы етештереүселәре, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итәсәк.

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, байрам йәрминкәһен үҙешмәкәр һәм профессиональ артистарҙың сығышы биҙәйәсәк. Бынан тыш, йәрминкәгә килеүселәрҙе ғәҙәти көнсығыш ризығы — бушлай былау көтә.

Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты: Жуков урамы, 51, иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем.