Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Китап» нәшриәте фирма магазинының яңы һатыу залы асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Октябрь проспекты, 2 адресы буйынса Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте фирма магазинының яңы һатыу залы асылды. Ассортиментта нәфис, балалар, уҡыу-уҡытыу әҙәбиәте, сағыу фотоальбомдар, календарҙар, плакаттар, музыкаль дисктар, сувенирҙар һәм канцелярия тауарҙары бар.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов китап һөйөүселәрҙе яңы залдың асылыуы менән ҡотлап, ҡыҙыҡлы ижади осрашыуҙар, исем туйҙары үткәрелеүен теләне. Сарала Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов, билдәле яҙыусы Камил Йыһаншин ҡатнашты.

«Беҙ халыҡҡа уңайлы хаҡтар буйынса төрлө китаптар тәҡдим итәбеҙ. Яңы сауҙа залы асылғас, һатып алыусыларҙың да һаны артыр, тип ышанабыҙ», — тип билдәләне нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов.  

Тантанала нәшриәттең яңыртылған сайты менән таныштырыу сараһы ла булды. Яңыртыу нигеҙендә — яңы китап уҡыусыларҙы йәлеп итеү өсөн заманса дизайн, уңайлы навигация, интернет-магазин.

«Китап» нәшриәте магазины иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем эшләй. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть